Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды

Бөгөн парламенттың сираттағы пленар ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп Андрей Назаров һайланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровтың кандидатураһын депутаттар алдында тәҡдим итеп, уның республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшөн барыһы ла яҡшы белеүен билдәләне.
«Ул төрлө яуаплы участкаларҙа һәм вазифаларҙа эшләне: 7 йыл Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры булды. Был йылдар республика үҫешендә мөһим этап булды. Бергәләп эре инфраструктура һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ, ҡатмарлы көрсөк күренештәре эҙемтәләрен еңеп сыҡтыҡ, яуаплы ҡарарҙар ҡабул иттек һәм төбәктәрҙең һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса федераль рейтингтарҙа юғары позицияларға өлгәштек», – тине Радий Хәбиров.
Бөгөн беҙ һоҡланғыс кеше, беҙҙең өлкән иптәшебеҙ, хөрмәтле Константин Борисович Толкачев тураһында йылы һүҙҙәр әйтмәһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. Уның ваҡытынан алда арабыҙҙан китеүе — тотош республикабыҙ өсөн ауыр юғалтыу. Ул 27 йыл Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға етәкселек итте, ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, һуңғы көндәренә тиклем сафта ҡалды».
Андрей Назаров бизнеста, дәүләт-йәмәғәт өлкәһендә бай тәжрибәгә, тормоштоң төрлө өлкәләрендә профессиональ компетенцияларға һәм үтә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү һәләтенә эйә булыуын иҫкә төшөрҙө. Ул федераль кимәлдә абруй менән файҙалана.
Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә етәкселек алмашыныуға айырым туҡталды.
«Республикала идарасыларҙың яңы быуыны үҫә. Тап шуға күрә хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыу бурысы хөкүмәт аппаратында эшләүҙән алып сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры, Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тиклем юл үткән Александр Николаевич Шельдяевҡа йөкмәтелде. Уның тәғәйенләү — идара итеү командаһының яңырыуы, һөҙөмтәле эшләргә әҙер булыуы тураһында сигнал», – тип билдәләне алды республика етәксеһе.
Фракция етәкселәренең сығыштарын тыңлағандан һуң, депутаттар Андрей Назаровтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе вазифаһына кандидатураһын бер тауыштан хупланы.