Александр Шельдяев Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә


Александр Шельдяев Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
- Бөгөн мин премьер-министр бурыстарын Александр Николаевич Шельдяевҡа йөкмәтеү тураһында указға ҡул ҡуйырмын. Һеҙ һөҙөмтәле эшегеҙҙе дауам итерһегеҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Яңы ҡарарҙар һәм яңы энергия көтәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Александр Шельдяев – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.
Александр Николаевич Шельдяев 1981 йылдың 14 мартында Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, Башҡортостан Республикаһы президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән.
2003 йылда хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, «ГАЛС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сервис хеҙмәте инженеры булып башлай. 2005-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратында дөйөм бүлектең әйҙәүсе белгесе; яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү, иҡтисад тармаҡтарын координациялау һәм сауҙа бүлеге консультанты, баш консультанты була.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылда – «Башмелиоводхоз» идаралығы дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры. 2010-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратының координация-аналитика бүлеге кәңәшсеһе; инновацион үҫеш, фән, элемтә һәм киң коммуникациялар бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш департаментының планлаштырыу һәм территориаль үҫеш бүлеге мөдире. 2014-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры.
2019 йылда – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары. 2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.
2022 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп тәғәйенләнә. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.