Өфө ҡала советына һайлау үткәрелде тип танылды, тип хәбәр итә БР Үҙәк һайлау комиссияһы.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 179-сы ултырышы үтте. Сираттағы ултырыштың көн тәртибенә дүрт мәсьәлә индерелде.
Комиссия ағзалары БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙеловтың 2026 йылдың 20 сентябренә тәғәйенләнгән һайлау буйынса Башҡортостан Республикаһына Үҙәк һайлау комиссияһына килгән мөрәжәғәттәр тураһында мәғлүмәтен тыңланы һәм иғтибарға алды.
Комиссия алтынсы саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаттарын һайлауҙа һайлау бюллетендәрен файҙаланыу буйынса мәғлүмәттәрҙе раҫланы.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы берҙәм ҡала һайлау округы һәм 18 бер мандатлы һайлау округы буйынса алтынсы саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаттарын һайлауҙы ғәмәлдә тип таныны һәм уның йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Шулай итеп, «Берҙәм Рәсәй» партияһы — 64,4%, КПРФ — 11,38%, «Ғәҙел Рәсәй» — 4,53%, «Яңы кешеләр» — 4,18%, ЛДПР 14,54% тауыш йыйҙы.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса алтынсы саҡырылыш ҡала советы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү йомғаҡтары:
Адель Измайлов — 62,88%, Сергей Бубличенко — 75,35%, Олег Баулин — 66,43%, Ирек Кандаров — 66,14%, Игорь Нуйкин — 67,53%, Павел Васильев — 66,55%, Валериан Гагин — 66,57%, Олег Елкин — 61,90%, Ирина Сухарева — 61,28%, Руслан Дәүләтшин — 57,79%, Айҙар Зөбәйеров — 63,43%, Андрей Белов — 55,56%, Юлай Моратов — 52,81%, Виктория Тарасова — 54,27%, Вячеслав Якин — 56,58%, Ринат Бәширов — 62,27%, Руслан Зәйнуллин — 59,88%, Андрей Борисов — 60,74%.