Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте22.09.2026

БР Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа республика буйынса 60,72% тауыш менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы алда бара (2 301 953 һайлаусы). Артабан КПРФ (10,93% тауыш, 251 608 һайлаусы), һуңынан ЛДПР (8,42%, 193 718) килә.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Ғәҙел рәсәйҙәр» һәм «Яңы кешеләр» 8,11% тауыш йыйған (186 742 һәм 186 688 һайлаусы).

Бер мандатлы һайлау округтары буйынса федераль парламентҡа республиканан Денис Чернавин (66,19%), Юлай Ҡыҙрасов (63,09%), Эльвира Айытҡолова (62,27%), Алексей Журавлев (53,94%), Зариф Байғусҡаров (70,12%) һәм Гөлнур Ҡолһарина (65,98%) үтә.



Вернуться назад