Республика премьер-министры 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса VII саҡырылыш республика парламентына үтте. Был хаҡта БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр.

Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Ҡоролтайы депутатын өҫтәмә һайлауҙы ғәмәлдә тип таныны. Назаров белдергәнсә, уның бер саҡырылыш депутат булып эшләргә, ошо осорҙа бар көстө һалырға тигән принцибы бар.
«Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (Ҡолһарина — ред.) Дәүләт Думаһына һайланыу өсөн Ҡыҙыл округын азат итергә ҡарар иткәс, был минең өсөн мөмкинлек тип уйланым. Әбйәлил районы, Баймаҡ районының бер өлөшө, тыуған ерем, Урал аръяғы», — тип аңлатма бирҙе Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанды етди кадр үҙгәрештәре көтөлөүе тураһында белдерҙе.
Бынан алдараҡ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһында эш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң әүҙем төбәк парламенты булды. 2021 йылдың октябренән республика парламентарийҙары Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына 55 яңы закон проекты индерҙе. Үткән саҡырылыштарҙан тағы ла 12 инициатива ҡарауға күсте.