Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында уҙған брифингта бюллетендәрҙең 88,4% проценты эшкәртелгәндән һуң тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары иғлан иттеләр. Республикала халыҡтың 80,43% һайлауҙа ҡатнашҡан. Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, түбәндәге партиялар алда бара: «Берҙәм Рәсәй» – 64,9%, КПРФ – 9,37%, ЛДПР – 8,1%, «Ғәҙел Рәсәй» – 7,42%, «Яңы кешеләр» – 7,22%.
Ҡалған партиялар бер проценттан аҙыраҡ тауыш йыйған. «Пенсионерҙар партияһы» – 0,86%; «Йәшелдәр» Рәсәй Экологик партияһы — 0,63%; «Родина» — 0,62%, «Рәсәй коммунистары» — 0,59%, «Тура демократия партияһы» — 0,49%.
«Башинформ» яҙғанса, партиялар вәкилдәре Башҡортостанда һайлауҙың асыҡлығын һәм легитимлығын таныны.
