Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова операциянан һуң өҙлөгөп дауаханаға эләккән. Был хаҡта артист «Башинформ»ға хәбәр итте.

Өфөлә Альбина Килдейәрованы аппендицитҡа шик менән «Ашығыс ярҙам» машинаһына дауаханаға алып киткәндәр. Табиптар уға тиҙ арала операция яһаған. Һөҙөмтәлә йырсы өҙлөгөп бер айҙан ашыу ваҡытын дауаханала үткәргән.
«Операциянан һуң эсем шешә башланы. Дүртенсе көнгә мине реанимацияға алып киттеләр һәм тағы бер операция яһанылар. Әммә ул да ярҙам итмәне. Эсәктәрҙең сейәлеүе асыҡланды, оҙайлы дауаланыу һәм махсус диеталар ярҙамында мөғжизә менән терелдем», — тип уртаҡлашты йырсы.
Альбина Килдейәрова республика сағыу ижады менән генә түгел, ғәжәйеп яҙмышы менән билдәле. Йырсы бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренең хатаһы арҡаһында өс йылдан ашыу сит ғаиләлә үҫә. Был һорауға Өфөлә үткәрелгән генетик экспертиза нөктә ҡуя. Был хаҡта «Башинформ» материалында уҡығыҙ — «Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?».