Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны21.09.2026

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»

Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен иғлан итте. Протоколдарҙың 13,88 процентын эшкәртеү һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» 57,54% тауыш йыйған, КПРФ — 13,67%, ЛДПР — 9,27%, «Яңы кешеләр» — 7,96%, «Ғәҙел Рәсәй» — 5,16%.

Илдә халыҡтың 56% проценты һайлауҙа ҡатнашҡан.

БР Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 сентябрь киске сәғәт алтыға ҡарата Башҡортостанда 2 091 854 миллион кеше тауыш биргән, тип хәбәр итте Башинформ. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа төбәктә һайлауға килеү күрһәткесе 71,52 процент тәшкил иткән.




Вернуться назад