Попытки влияния на ход выборов в Башкирии есть, но они ничтожны – эксперт

Республикала һайлау кампанияһын һәм тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Марат Мәрҙәнов 2026 йылғы һайлау көндәрендә хәлдең тотороҡло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дөйөм алғанда, политологтар һәм социологтар баһаһы буйынса, Башҡортостанда һәм Өфөлә барыһы ла ыңғай бара.
«Ғәҙәттәгесә, Башҡортостан гражданлыҡ позицияһын әүҙем белдерә. Республика 2022 йылдың февраленән алып Көнбайыш үҙәктәренең һәм уларға ҡараған структураларҙың әүҙем йоғонтоһо зонаһында ҡала. Башҡортостан мәғлүмәт һөжүмдәре буйынса „ҡыҙыл зонала“, ә һуңғы ике йылда хатта бындай һөжүмдәр һаны буйынса өс лидер иҫәбендә. Сит ил үҙәктәре милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшатырға, тарихи хәтергә йоғонто яһарға, халыҡ, тәү сиратта йәштәр менән әүҙем эшләргә тырыша. Был маҡсатта бик күп мәғлүмәт ресурстары эшләй, уларҙың һаны ҡайһы саҡта етмешкә етәә. Улар тәүлек әйләнәһенә һәм, башлыса йәштәр менән эшләргә тырыша. Әммә дошмандарҙың был ынтылыштары уңышлы кире ҡағыла килә, сөнки республикабыҙ илдә иң татыу төбәктәрҙең береһе, бында 160-тан ашыу халыҡ берҙәмлектә һәм тыныслыҡта йәшәй», — тине Марат Мәрҙәнов.
Политолог һәм социолог фекеренсә, республикала элекке һайлауҙар тәжрибәһенә таянып, иҫкәртеү саралары үҙ һөҙөмтәһен күрһәткән. Белгестәр ижтимағи-сәйәси хәл-торошто тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү барышында фейктар һәм дипфейктар асыҡланмауын билдәләй.
«Был төбәктең ҡайһы сит ил үҙәге һәм ниндәй мәғлүмәт һөжүме ебәреүен алдан асыҡлай алыуы хаҡында һөйләйҙер. Беҙҙең йәмғиәттә, шул иҫәптән йәштәрҙә лә тәнҡитле фекерләү һәләте бар. Беҙ был этапты үттек инде», — тип билдәләне эксперт.
Марат Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, һуңғы биш йылда Башҡортостанда гражданлыҡ үҙенсәлеге кимәле үҫте, сөнки «берҙәмлек — күп төрлөлөктә». Социолог билдәләүенсә, «быға тышҡы хәүеф алдында берҙәм көс булып берләшеүебеҙ йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө һайлауҙар һәр кемгә бөйөк илдең айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын күрһәтеү мөмкинлеге булып тора».