Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы

Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә бөтә һайлау участкалары ла ябылды. Хәҙер тауыштарҙы һанау башланасаҡ. Һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле буласаҡ.
Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 3250 һайлау участкаһы эшләгән. 1 июлгә ҡарата төбәктә 2 миллион 955 мең һайлаусы теркәлгән.
Бөгөн республикала төрлө кимәлдәге 38 һайлау кампанияһы ойошторолдо. Уларҙың иң мөһиме — Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау. Республикала шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын һайлайҙар, Өфө ҡалаһы советы депутаттары, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттары өсөн тауыш бирҙеләр, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары үткәрелде.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы журналисына биргән интервьюһында тауыш биреүҙең тыныс барыуын билдәләне.
«МХО башланғас, халыҡ берҙәмерәк була бара, һуңғы ваҡытта кешеләр партияларҙың күплегенә иғтибар итмәй. Бөтәбеҙҙең дә бер ил, бер яҙмыш булыуын барыһы ла аңлай, хәҙерге осорҙы нисек үткәрәбеҙ, йәшәйбеҙ, балаларыбыҙҙың һәм илдең киләсәге лә шуға бәйле буласаҡ. Яуаплылыҡты барыһы ла аңлай, Стәрлетамаҡта һайлау участкаһында музыка яңғырай. Кешеләр үҙҙәренең музыка ҡоралдары менән килә һәм концерттар ҡуя. Ҡайҙалыр хатта фортепиано алып килгәндәр. Ә Ишембай районында кисә һайлау участкаһында атта сабып килгәндәр. Тимәк, милләт йәшәй, халыҡ йәшәй, ил йәшәй, республика йәшәй», — тип белдерҙе агентлыҡҡа Радий Хәбиров.
Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы ойошторолдо. Ул райондарҙа йәшәүселәр араһында популярлыҡ яуланы. Башланғысҡа бөтәһе 650 эшҡыуар ҡушылған, һайлаусылар өсөн 1 меңдән ашыу ташламалар пункты асылды.