Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә20.09.2026

Башҡортостанда берҙәм һайлау көнөндә бер быуат ғүмер кисергән ололар әүҙем ҡатнаша.

Фото: Шишмә районы хакимиәте

Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнөндә 100 йәште үткән һайлаусылар әүҙемлек күрһәтеүен дауам итә.

Мәҫәлән, Балтас районының Богданов ауылында йәшәүсе 102 йәшлек Мининур Хөсәйенова өйөндә тауыш биргән, тип хәбәр итә хакимиәт башлығы Илгиз Субушев.

Шишмә районында участка һайлау комиссияһы ағзалары һәм күҙәтеүселәр 101 йәшлек Бөйөк Ватан донъя һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәровтың өйөндә булған.

«Башинформ» агентлығы быға тиклем Башҡортостанда 100 йәште үткән 611 һайлаусы йәшәүе хаҡында хәбәр иткәйне. Уларҙың икәүһенә 106 йәш.

Фото: Балтас районы хакимиәте


Вернуться назад