Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша20.09.2026

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Фото: Олег Яровиков

Өфө Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республикала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн һайлау кампанияһын ойоштороу тураһында һөйләнеләр. Фекер алышыуҙа «Именлек» республика геронтология үҙәге директоры Зөлфирә Маскулова һәм Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Нурия Сәлихова ҡатнашты.

Белгестәр әйтеүенсә, республикала мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн һайлау ысын мәғәнәһендә социаль байрамға әйләнгән.

«Беҙҙең граждандар һайлауға ғаиләләре, дуҫтары менән килә, унда аралашалар, тауыш биреү барышы менән танышалар», — тип билдәләне Нурия Сәлихова.

Ишетеү һәләте насар булған граждандар өсөн мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булдырылған. Улар кандидаттар менән социаль селтәрҙәрҙә видеояҙмалар аша һәм йәмғиәттәрҙең сайттарында таныша ала. Һайлау участкаларында уларға ым-ишара теле тәржемә итеүселәр ярҙам итергә әҙер. Һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә 2 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, тағы ла 4 мең кеше көндәлек тормошта ым-ишара телен ҡуллана.

Инвалидтар өсөн өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге лә бар. Социаль хеҙмәткәрҙәр, күҙәтеүселәр һәм комиссия ағзалары менән бергә йорттар буйлап йөрөй. Мәҫәлән, «Именлек» үҙәгендә 352 кеше, шул иҫәптән 168 түшәктә ятҡан пациент тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Зөлфирә Маскулова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө бара.



Вернуться назад