«Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров икенсе көндөң һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.

Үҙәк директоры Ринат Хәбиров аңлатыуынса, акция райондарҙа йәшәүселәр араһында популярлыҡ яулауын дауам итә. Башланғысҡа 650 эшҡыуар ҡушылған, һайлаусылар өсөн 1 меңдән ашыу ташламалар пункты асылған.
Проект республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла үтә. Талондар менән һайлаусылар йәшәгән урыны буйынса ғына түгел, ә башҡа район-ҡалаларҙа ла файҙалана ала. Ташламалар 3 проценттан 50 процентҡа тиклем.
2024 йылда акцияла фатирҙар, машиналар һәм көнкүреш техникаһы уйнатылһа, быйыл «Рәхмәт» тик ташламалар ғына тарата. Шуға ҡарамаҫтан, уның популярлығы юғалмаған, акцияның сайтында рекордлы һандар теркәлгән. Ринат Хәбиров һүҙҙәренсә, һайлауҙың тәүге ике көнөндә сайтҡа 1,2 миллиондан ашыу кеше ингән.
Ойоштороусылар халыҡтың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләй, күптәр һайлау участкаларына ғаиләләрен алып килә. Ирекмәндәр заман техникаһын аңлап етмәгән оло йәштәгеләргә һанлы талондар алырға ярҙам итә.
Талондар артығы менән баҫылған, улар һайлаусыға етерлек, тип белдерҙе Ринат Хәбиров.
Акция ташламаларының тулы исемлеге менән рахмат2026.рф сайтында танышырға мөмкин, унда бөтә ташламалар күрһәтелгән, ентекле мәғлүмәт бирелгән.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда һайлауҙың һуңғы көнө башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Бөтә һайлау участкалары ла иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды.