Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө башланды20.09.2026

Республика халҡы РФ Дәүләт Думаһына депутаттарҙы һайлай.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» архивы

Республикала шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын һайлайҙар, Өфө ҡалаһы советы депутаттары, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттары өсөн тауыш бирәләр, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары үткәрелә.

Тауыш биреүҙең икенсе көнөндә 3250 һайлау участкаһы асылды. Улар урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бөтә участкаларҙа ла «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашып ташламалар алырға мөмкин.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың 1 июленә Башҡортостанда 2 955 278 һайлаусы иҫәпләнә. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һайлауҙың тәүге ике көнөндә республикала һайлаусыларҙың 54,64% үҙ тауышын биргән.

Өфөлә Дим, Калинин һәм Совет райондарында айырыуса әүҙемлек күҙәтелә. Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат ҡалалары алдынғы урындарҙа. Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарында һайлауҙа халыҡтың 60 проценттан ашыуы ҡатнашҡан.

Һайлау буйынса ҡыҙыу линия номеры: 8-800-200-00-20.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнге ваҡытта билдәле буласаҡ. Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙың һөҙөмтәләрен 5 октябргә билдәләйәсәктәр һәм уларҙы 11 октябрҙә иғлан итәсәктәр.



Вернуться назад