Өфөлә тауыш биреү 42,36% тәшкил итте.

Башҡортостанда икенсе тауыш биреү көнөндә көндөҙгө сәғәт 3-кә Дәүләт Думаһына һайлауҙа теркәлгән һайлаусыларҙың 43,48 проценты тауыш бирҙе. Йәмғеһе 1 270 275 кеше, тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
«Башҡортостан Республикаһында һайлауҙар һәр ваҡыт легитим рәүештә, асыҡ үтә», — тип билдәләне БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары.
Асҡын, Балтас, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге тауыш биргән. Ҡалаларға килгәндә, Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ әүҙемлек күрһәтә. Өфө ҡалаһының Дим, Калинин, Киров, Октябрь һәм Совет райондарында халыҡтың 40 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан.