Башҡортостанда ялған мәғлүмәт таратыуҙары асыҡланды19.09.2026

Республикала һайлау эш режимында бара.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Кисә ялған аккаунттан илдең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында таратылған фейк асыҡланды. Был хаҡта 19 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод белдерҙе.

«Йәнәһе лә ир-егеттәр хәрби комиссариаттарҙа тауыш бирергә, был хаҡта отчет бирергә тейеш. Һайлауға тиклем үк мобилизация башлана тигән ялған мәғлүмәт таралғайны. МХО барған ваҡытта йәнә ошо теманы үҙ маҡсаттары өсөн файҙаланырға, йәмғиәттә хәүеф тыуҙырырға маташтылар. Әлбиттә, фейк асыҡланды һәм республиканың ҡайһы бер абруйлы ресурстарында был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе тураһында хәбәр баҫылып сыҡты», — тине ул.

Һайлау эш режимында бара, тип билдәләне Александр Брод.

«Төрлө йәштәге кешеләр, шул иҫәптән 90-ды үткән инәйҙәр, олатайҙар килә. Халыҡ милли кейемдә килә, йәштәр күп. Һайлауға ҡыҙыҡһыныу ҙур, был ҡыуаныслы күренеш», — тип билдәләне спикер.


Вернуться назад