Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә нисек тауыш бирҙе19.09.2026

МХО-ла ҡатнашыусылар ваҡытынан алда тауыш бирҙе.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

БР Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе, Миңлеғәле Шайморатова исемендәге ирекмәндәр штабы рәйесе Эльвира Мацкевич Йәмәғәт матбуғат үҙәге спикерҙары һәм журналистары менән тура бәйләнеш барышында МХО биләмәһендәге яугирҙәрҙең нисек тауыш биреүе хаҡында һөйләне.

«Һайлау өсөн мин яңы биләмәләргә юлландым, сөнки хәҙер бында илебеҙҙең яҙмышы хәл ителә. Беҙҙең егеттәр тарихи территорияларҙы азат итеп кенә ҡалмай, ғөмүмән, улар беҙҙе, рус цивилизацияһын һаҡлай. Әлеге мәлдә илебеҙ өсөн мөһим ваҡиға — Дәүләт Думаһына һайлау бара, республикала Дәүләт Йыйылышына, Өфө ҡала советына депутаттар һайлайҙар. Был ваҡытта миңә беҙҙең егеттәр менән бергә булыу, уларҙың беҙгә кәрәк икәнен күрһәтеү мөһим ине. Иртәгә мин Донецкиҙа тауыш бирәм. Беҙҙең егеттәр ваҡытынан алда тауыш бирҙе, беҙ улар менән бәйләнештә торабыҙ, — тине ул. — Яугирҙәр командование ҡуйған бурыстарҙы тырышып үтәй. Егеттәрҙең рухы күтәренке, барыһы ла яҡшы, улар тик алға бара».

Был көндәрҙә һәр рәсәйле һайлауҙа тауыш бирергә тейеш, тине Эльвира Мацкевич.

«Тауыш биреү – беҙҙең хоҡуғыбыҙ. Был беҙҙең һайлау! Беҙ бәхетле илде һайлайбыҙ. Еңеү беҙҙеке буласаҡ», — тип билдәләне ирекмәндәр штабы рәйесе.



Вернуться назад