Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды19.09.2026

Бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ эшен башланы.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

19 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән Башҡортостанда РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙың икенсе көнө башланды. Республикала шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын һайлайҙар, Өфө ҡалаһы советы депутаттары, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттары өсөн тауыш бирәләр, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары үткәрелә.

Тауыш биреүҙең икенсе көнөндә 3250 һайлау участкаһы асылды. Улар урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске киске 8-гә тиклем эшләй. Бөтә участкаларҙа ла «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла. Быйыл бүләктәр уйнатылмай, ташламалар ғына ҡаралған.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һайлаусылар һаны (2026 йылдың 1 июленә ҡарата) 2 955 278 кеше тәшкил итә. Башинформ хәбәр иткәнсә, тауыш биреүҙең беренсе көнөндә теркәлгән һайлаусыларҙың 31,89 проценты килгән. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов һүҙҙәренсә, Нефтекама һәм Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары халҡы әүҙемлек күрһәткән.



Вернуться назад