Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны18.09.2026

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда һайлауҙың беренсе көнөндә халыҡтың 31,89 проценты тауыш бирҙе. 18 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәрҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов хәбәр итте.

«Был һәйбәт һөҙөмтә», — тип билдәләне Марат Ғәҙелов.

Нефтекама, Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары халҡы әүҙемлек күрһәтте, тип өҫтәне ул.



Вернуться назад