Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай16.09.2026

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Рәсәй президенты 18-20 сентябрҙә илдә үтәсәк парламент һайлауҙарына бәйле белдереү менән сығыш яһай. Был хаҡта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.

Песков һүҙҙәренсә, телемөрәжәғәт бөгөн Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм тауыш биреү көнө айҙың өсөнсө йәкшәмбеһенә — 20 сентябргә тура килә. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, Өфө ҡала советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер райондар һәм ауыл биләмәләре советтарына төп һәм өҫтәмә һайлау була.



Вернуться назад