Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты14.09.2026

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ҙур популяцияһын тергеҙеүгә ҡағыла.

Фото: трансляциянан скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

– Беҙ (Рус география йәмғиәтенең күсмә ултырышына - ред.) Ырымбурҙан коллегаларыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Улар ҙа бик ҡыҙыҡлы проект – Пржевальский аты көтөүен тергеҙеү эшен алып бара. Ошо көндәрҙә шул хаҡта уйлап йөрөйөм. Беҙҙә үрсетеү һәм тергеҙеү өсөн идеаль шарттар бар, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Ул Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевты был проект өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне.

Бынан алдараҡ беҙ Рус география йәмғиәтенең Күгәрсен районында уҙған күсмә ултырышында «Ырымбур ҡурсаулыҡтары» директоры Рәфилә Бакированың Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ҙур популяцияһын булдырыу тураһында һөйләүе хаҡында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад