Шарттарҙы яҡшырттыҡ. Килегеҙ!07.07.2012
Былтыр республикала төп капиталға 185 миллиард һум инвестиция инһә, быйыл был һан 230 миллиард һумғаса етеүе бар.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай күрһәткестәргә өлгәшеүҙең үҙ сәбәптәре бар: республикала инвесторҙар өсөн шарттар яҡшыртылды. Мәҫәлән, йыл башында инвесторҙарға килем һалымына льготалар ҡаралған закон көсөнә инде. Һалым ставкаһы бер йылдан биш йылға тиклем 13,5 процентҡа төшөрөлдө. Шулай уҡ хаҡы ике миллиард һумдан биш миллиардҡаса булған проект авторҙары биш йылға милек һалымынан азат ителә, ә проект хаҡы биш миллиард һумдан артһа, ваҡыты ун йылға тиклем оҙайтыла.
— Льготалар һиҙелерлек, әммә, үкенескә ҡаршы, күп кенә инвесторҙар улар хаҡында белмәй. Шуға күрә был хаҡтағы мәғлүмәтте ваҡытында еткереү мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлеге мәлдә республиканың инвестиция портфелендә 60-тан ашыу өҫтөнлөклө проект иҫәпләнә, уларҙың дөйөм капитал һалыуҙары 400 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙы тормошҡа ашырыу 34 мең яңы эш урыны булдырыу мөмкинлегенә эйә.
Хөкүмәт комиссияһы ултырышы барышында республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индереү өсөн ике сертификат тапшырылды. Уларҙың икеһе лә “Разгуляй” компанияһы төркөмөнә эләкте.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад