Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәбибуллинды генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған. Награданы республиканың баш ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы.
Илдар Хәбибуллин Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына 2026 йылдың яҙында тәғәйенләнде. Быға тиклем БАРС-18 ирекле отряды составында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Шулай уҡ «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.