Республика парламентының яҙғы сессияһының һуңғы ултырышы 12 июлдә үтәсәк. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Президиумы кисә ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте.
Көн тәртибенә 30-ға яҡын мәсьәлә сығарыласаҡ. Тәүҙә депутаттар республика Хөкүмәтенең 2011 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһындағы отчетын тыңлаясаҡ.
Яҡын арала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең тағы бер урынбаҫары барлыҡҡа киләсәк. Ул үҙенең вәкәләттәрен төп эшенән айырылмайынса башҡарасаҡ. Анығыраҡ әйткәндә, уның өсөн бюджеттан аҡса сарыф ителмәйәсәк. Константин Толкачев билдәләүенсә, был өлгөргән мәсьәлә, парламентта күберәк партия вәкилдәре эшләргә һәм уларҙың позициялары нығытылырға тейеш. Яңы вице-спикер КПРФ партияһынан һайланасаҡ.
Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы структураһында ла бер ни тиклем үҙгәрештәр көтөлә. Яңы рәйес урынбаҫары итеп Илһам Бикбулатов тәғәйенләнәсәк. Шулай уҡ бер нисә яңы аудитор ҡуйыласаҡ. Мировой судья вазифаһына һигеҙ кандидатура ҡараласаҡ.
Һуңғы өсөнсө уҡыуҙа “Белем биреү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында фәнни һәм фәнни-техник эшмәкәрлек тураһында”, “Мәҙәниәт тураһында”, “Урындағы үҙидара органдарына айырым дәүләт вәкәләттәре биреү” кеүек закондарға үҙгәрештәр индереү көтөлә.
Яҙғы сессияның һуңғы ултырышында республика депутаттары ошо осорҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ һәм көҙгө сессияла ҡараласаҡ закон проекттары программаһын раҫлаясаҡ. Шулай уҡ 2012 йылда ҡабул ителгән закондарҙың нисек тормошҡа ашырылыуына контроллек итеү тураһында ла мәғлүмәт еткереләсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА