Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте14.07.2026

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов хәбәр итте.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ҡала советына Ратмир Мәүлиевтың дәүләт серен белеү хоҡуғын туҡтатыу тураһында рәсми белдереү ҡағыҙы килде, тип белдерҙе ул. 

Һуңғы ваҡытта чиновниктар менән бәйле шау-шыу барыһына ла йоғонто яһай, был «бысраҡлыҡ» барыһында ла сағылыш таба, тип билдәләне депутат Павел Васильев. Ул сити-менеджерҙың әхлаҡһыҙ тәртибен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Был коррупцияһы янъялын, был «тәртипһеҙлекте туҡтатырға кәрәк», билдәләне депутат Юлай Моратов.

Өфө ҡала советы депутаттары бер тауыштан Ратмир Мәүлиев менән контрактты өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Бынан алдараҡ Өфө мэры Ратмир Мәүлиев өйҙә һаҡ аҫтынан азат ителде. Ул вазифа вәкәләттәрен саманан тыш файҙаланыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.




Вернуться назад