Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең секретариат департаменты начальнигы Рафаэль Хәкимовҡа «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.

БР указы менән Рафаэль Марат улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөҙөмтәле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде.
— Беҙ дәүләт хеҙмәтендә, бизнеста, фәндә уңышҡа өлгәшкән яҡташтарыбыҙ тыуған төйәгебеҙҙе онотмаһын өсөн тырышабыҙ, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Улар беҙгә ярҙам итә – бының өсөн «Атайсал» программаһы бар, — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе бүләкләнеүсенең лайыҡлы тормош юлын, оҙайлы хеҙмәт биографияһы хаҡында һөйләп үтте. Рафаэль Хәкимов Яңауыл районында тыуып үҫкән, әсәһе әле лә шунда йәшәй. Республика уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Рафаэль Хәкимов республикаға ялға ҡайтҡан. Радий Хәбиров Рафаэль Марат улына хеҙмәттәшлек өсөн, ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙҙың булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
— «Атайсал» — Рәсәйҙә, төҙөкләндереү эшенән тыш, яҡташтарҙы бер маҡсат менән берләштергән берҙән-бер проект. Бергә беҙ ҙур ғаилә, проект та быны раҫлай. Темпты кәметмәйенсә, республикабыҙ мәнфәғәте өсөн барыһын да эшләрбеҙ, – тине Рафаэль Хәкимов һәм Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.