Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы10.07.2026

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар исемлеген раҫланы. Был хаҡта Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Макс каналында хәбәр итә.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Партияға һайлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәп асырға рөхсәт ителде.

Бынан алдараҡ Башинформ  агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһына һәм властың башҡа вәкәләтле органдарына һайлауҙар тураһында һөйләнеләр. Берҙәм тауыш биреү көнө йәкшәмбегә, 2026 йылдың 20 сентябренә, билдәләнгән. 18 һәм 19 сентябрҙә лә һайлау саралары үткәрелә.

Агитация кампанияһы 22 августа башлана һәм 18 сентябргә тамамлана. Тынлыҡ көндәре ҡаралмаған.

Тауыш биреүселәрҙең «Мобиль һайлаусы» сервисы менән файҙаланыу мөмкинлеге лә бар. Бының баҡсасылар өсөн көнүҙәк булыуы ихтимал. 

Бының өсөн комиссияға алдан ғариза бирергә һәм тауыш бирергә теләгән урынды күрһәтергә генә кәрәк.





 




Вернуться назад