Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов отставкаға китте. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр иттеләр.

Ведомствола ул республиканың социаль-иҡтисади үҫешен стратегик планлаштырыу һәм прогнозлау, инвестиция эшмәкәрлеген күҙәтеү, республиканың дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙы координациялау мәсьәләләре өсөн яуап бирҙе.
«15 йыллыҡ марафон тамамланды. Уҙған аҙнала минең өсөн карьерамда иң оҙон һәм бай этап – ябай белгестән алып министрҙың беренсе урынбаҫарына тиклемге юл тамамланды. Ундан ашыу эш йүнәлеше, йөҙләгән доклад, презентация, буклеттар, отчеттар, прогноздар, программалар һәм юл карталары. Ошо йылдар эсендә ныҡлы нигеҙ һалынды: 500-ҙән ашыу эштә үткән шәмбе һәм 300-ҙән ашыу файҙаланылмаған ял көнө. Был уңыш хаҡы түгел, ә уның нигеҙе», — тине Айрат Фәхретдинов.