Владимир Путин Башҡортостандың авиация предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне
Рәсәй Президенты Владимир Путин Күмертау авиация етештереү предприятиеһының өс хеҙмәткәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, быялапакеттарҙан һәм органик быяланан изделиелар йыйыусы Рәсим Букаев, осоу аппараттарын слесарь-йыйыусы Андрей Бушин, участка мастеры Алефтина Иванова II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалдары менән билдәләнгән.