8 июлдә Республика йортонда Радий Хәбиров Иван Грибов менән осрашты.

Республика етәксеһен уның менән Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин таныштырҙы.
«Иван Владимирович – тәжрибәле һәм компетентлы етәксе. Уның килеүе менән республика прокуратураһы яңы уңыштарға өлгәшер тип иҫәпләйем. Ведомство башлығы алдында торған иң төп бурыс – коллективтың эшен һәм власть органдары, халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороу. Дөйөм алғанда, беҙҙең эштәр төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк», – тип билдәләне Николай Шишкин.
Республика Башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.
«Башҡортостан – күп милләтле ҙур төбәк. Алда бик күп бурыстар тора, уларҙың иң мөһиме – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Бынан тыш, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүе өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, милли проекттарҙы һәм башҡа федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Бының өсөн артабан да һәр яуаплы участкала законлылыҡты һаҡлауҙы тәьмин итергә кәрәк. Дөйөм бурысыбыҙ –социаль тотороҡлоҡто һәм халыҡтың тыныслығын һаҡлауға булышлыҡ итеү, уларҙың иртәгәһе көнгә ышанысы булһын өсөн».
Был көндө Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһының ведомствоға яңы етәксе тәғәйенләүгә бәйле кәңәшмәһендә ҡатнашты. Николай Шишкин Иван Грибовты коллектив менән таныштырҙы һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Иван Грибов, үҙ сиратында, республика менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүгә һәм ведомство алдында торған бурыстарҙың уңышлы хәл ителеренә ышаныс белдерҙе.
