Абхазия Президенты Башҡортостан Башлығына юғары награда тапшырҙы

Абхазия Президенты Бадра Гунба Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Абхазия менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, Абхазияның социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне һәм әүҙем ярҙам өсөн илдең «Намыҫ һәм дан» ордены менән бүләкләне. Республика етәксеһенә награда дуҫтарса мөнәсәбәттәге илгә эш сәфәре барышында тапшырылды. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү потенциалын юғары баһаланы.