Башҡортостандан МХО яугирҙәре Дәүләт Думаһына һайлауҙа нисек тауыш бирә
МХО биләмәһендәге яугирҙәрҙең быйыл сентябрь айында Дәүләт Думаһына һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлеге бар. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, хәрби частар урынлашҡан урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыла, ә уларҙың эшен ойошторғанда закон менән рөхсәт ителгән барлыҡ варианттар ҙа файҙаланыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ваҡытынан алда йәки биналарҙан ситтә тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
18-20 сентябрҙә отпускта булғандар йәшәгән урыны буйынса тауыш бирә ала.