Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы03.07.2026

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Фото: Скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Анатолий Можаев вазифаһынан китте. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар. Чиновник ведомствола финанс-иҡтисади йүнәлеш өсөн яуаплы ине.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырғайны.



Вернуться назад