Башҡортостан Башлығы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды02.07.2026

Абхазияға рәсми сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт бойондороҡһоҙлоғо өсөн 1992-1993 йылдарҙағы һуғыш геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: Марат Йоносов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Радий Хәбиров Абхазия президенты Бадра Гунба һәм Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко менән бергә Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды.

Мемориаль комплекс Тамыш десант операцияһын башҡарғанда һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә асылған. Тантаналы сара ошо ваҡиғаға 33 йыл тулыуға арналды.



Вернуться назад