Илмир Ҡотоев – Хәйбулла районы хакимиәте башлығы02.07.2026

Хәйбулла районы советы депутаттары сираттағы сессияла муниципалитет хакимиәтенең яңы етәксеһен һайланы. Район башлығы итеп Илмир Мәжит улы Ҡотоев тәғәйенләнде.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте | ВК

Район башлығы вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итте. Депутаттар муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Илмир Мәжит улының кандидатураһына хуплау белдерҙе. Быға тиклем ул район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.

Илмир Мәжит улы ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм район халҡына мөрәжәғәт итте:

«Беҙҙең бойомға ашырыла башлаған пландар һәм проекттар бар. Һәм һеҙҙең менән бергә, һеҙҙең тәҡдимдәргә һәм башланғыстарға таянып, яңыларын булдырырбыҙ. Бергәләп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алырбыҙ тип ышанам. Атҡараһы бурыстар байтаҡ: инфраструктураны үҫтереү, социаль хеҙмәттәрҙе яҡшыртыу, ауыл хужалығына һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу һәм быуындар араһында бәйләнеште нығытыу мөһим».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәйбулла районының элекке башлығы Рөстәм Шәрипов бер ай элек Өфө мэрияһына эшкә күсте.



Вернуться назад