Башҡортостан делегацияһы Абхазияға килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Абхазияла. Тәүге тапҡыр төбәк делегацияһы Өфөнән тура рейс менән Сухум аэропортына килеп төштө, тип хәбәр итте Хәбиров.
«Абхазия – Рәсәй Федерацияһының стратегик союздашы, ә Башҡортостан өсөн ул туғандаш республика, беҙҙе уның менән йылы мөнәсәбәттәр бәйләй, һәм ышаныслы партнер, — тине Радий Хәбиров. — Май айында Өфө менән Сухум араһында тура рейс асылды. Был туристик өлкәне һәм эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөһим импульс. Беҙ быны ныҡ көтәбеҙ. Туризмдан тыш, сауҙа-иҡтисади, гуманитар, башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ».
Башҡортостан делегацияһы сәфәре барышында Радий Хәбировтың Абхазия президенты Бадра Гунба менән осрашыуы планлаштырыла. Туғандаш республикалар араһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ – Өфө менән Сухум туғандаш ҡалалар тип иғлан ителәсәк.
