Бишбүләк районы хакимиәте башлығы итеп Семёнов Александр Александрович һайланды.

Муниципаль район советы тейешле ҡарар ҡабул итте. Район советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы.
Яңы етәксе менән килешеү төҙөлдө, ул үҙ вазифаһына тотондо, тип хәбәр ителә район хакимиәтенең рәсми сайтында.
Белешмә
Александр Семёнов 1973 йылдың 11 июнендә Бишбүләк ауылында тыуған. 2008 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Үрге Көрмәҙе тулы булмаған урта мәктәбе директоры вазифаһында башлай.
2002 йылдан Бишбүләк районы хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа: баш белгес, бүлек етәксеһе, йәштәр менән эшләү һәм спорт буйынса комитет рәйесе булып эшләй.
2020-2025 йылдарҙа Бишбүләк ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара, унан һуң район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.