Юрист кәңәштәре06.07.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Бүләк итергә ҡурҡмағыҙ

— Һаумыһығыҙ! Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ алыу өсөн сертификат алды. Яңыраҡ ҡына Себерҙән улы ҡайтты һәм, уның йәшәргә урыны булмағанлыҡтан, ветеран үҙенең йортон улына бүләк итергә уйлай. Был осраҡта ул үҙенең сертификатынан (дөрөҫөрәге уның буйынса аласаҡ йорттан) ҡолаҡ ҡаҡмаҫмы?
Шәмсетдин, Өфө ҡалаһы.


— Һаумыһығыҙ! Федераль бюджеттан бүленгән субвенция иҫәбенә торлаҡ шартын яҡшыртыуға хоҡуғы булған граждандарға торлаҡ алыу өсөн субсидия биреү “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы башҡарыла. Дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн субсидия биргәс, уның фактик яуаплылығы бөтә. Әлеге сертификат буйынса ҡануниәт менән билдәләнгән кимәлдә аҡса бирә. Федерацияның һәр субъекты өсөн айырым хаҡ билдәләнгән. Сертификат алғас, уның хужаһы үҙенә кәрәкле торлаҡ таба һәм ошо сертификат менән иҫәпләшә.
Ветерандың милкендә булған торлаҡ уныҡы иҫәпләнә һәм закон бер нисек тә уның хоҡуғын сикләмәй. Тимәк, милек хужаһы уның менән нисек теләй, шулай эш итә. Теләй икән, һата, бүләк итә, ҡуртымға бирә ала.

Судҡа мөрәжәғәт итегеҙ

— Һаумыһығыҙ! Һуңғы биш-алты йыл рәттән беҙ йортобоҙҙо, мунсаны, ҡорт баҙын страховкаланыҡ, бының өсөн даими аҡса түләнек. 2011 йылдың 10 апрелендә төнө буйы ямғыр яуҙы, ҡорт баҙы һыу аҫтында ҡалды. 25 баш ҡорт ғаиләһе һәләк булды, умарталар, бал, рамдар, баҙ үҙе шулай уҡ ҙур зыян күрҙе. Ирем страховка компанияһына мөрәжәғәт итте. Ә улар ҡорт баҙына ирегән ҡар һыуы төшкән һәм был страховка осрағы түгел тип аҡса түләүҙән баш тартты. Улар хаҡлымы?
Вәлимә, Бөрйән районы.


— “Рәсәй Федерацияһында страховка эшен ойоштороу тураһында” Федераль закон эшләй. Унда төрлө ҡануниәт акттары менән страховка осрағына ҡараған хәлдәр яҙылған. Ә бына аныҡ һеҙҙең осраҡ тураһында законда бер һүҙ ҙә юҡ. Шуға күрә яуапты страховка килешеүендә эҙләргә кәрәк, унда был турала яҙылырға тейеш. Һеҙҙең документығыҙҙа страховка осрағы булыуын дәлилләү өсөн бирелергә тейешле документтар исемлеге лә булыуы мотлаҡ. Тәү сиратта был страховка компанияһына ғариза, һәм уны улар мотлаҡ ҡабул итеп алырға бурыслы. Һеҙгә иһә был ғаризаны бирергә һәм уны ҡабул итеп алыуҙарын дәлилләүсе документ кәрәк — ул страховка компанияһы хеҙмәткәренең ғаризаны ҡабул итеп алыуы тураһындағы ҡултамғаһы һәм штампы йәки заказлы хат менән ебәреү тураһындағы почта бүлексәһе квитанцияһы булыуы мөмкин. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 961-се, 963-сө, 964-се статьяларында страховка түләнмәү осраҡтары билдәләнгән. Улар араһында ғаризаны ваҡытында бирмәү ҙә иҫәпләнә. Шулай уҡ граждандың страховка алыу өсөн махсус зыян килтереүе йәки форс-мажор осраҡтары инә. Ҡалған осраҡтар, әгәр улар килешеүҙә билдәләнмәһә, аҡса түләмәү өсөн сәбәп түгел.
Аныҡ һеҙҙең осраҡты хәл итер өсөн страховка килешеүен ҡарарға кәрәк. Минең кәңәш: тиҙ генә ғариза яҙығыҙ һәм рәсми яуап көтөп алығыҙ. Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: күп кенә страховка компаниялары клиенттарҙың шым ҡаласағына иҫәп тотоп юрамал аҡса түләүҙән баш тарта. Үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙға ышанаһығыҙ икән, ҡыйыу рәүештә судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.


Вернуться назад