Владимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләне29.06.2026

Владимир Путин Иван Грибовты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләне

Фото: «Башинформ» | архив

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәкшәмбе көндө илдең прокуратура органдарында бер нисә тәғәйенләүгә ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Иван Грибов тәғәйенләнде. Был вазифала ул биш йыл эшләргә тейеш.

Бынан алдараҡ Федерация Советы комитеттары Владимир өлкәһе прокуроры Иван Грибовты Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләүҙе хуплауы тураһында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад