Өфөлә мэрҙың яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов мэрияла үткән кәңәшмәлә яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында иғлан итте. 22 июндән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп Искәндәр Санъяров тәғәйенләнде.
Йәштәр сәйәсәтен, граждандар йәмғиәтен, спортты һәм кадрҙарҙы күҙәтәсәк. Искәндәр Фәнзил улы 1977 йылдың 24 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын «Тарих» һөнәре буйынса уҡып сыға. Хеҙмәт юлын Өфө мәктәптәрендә башлай, тарих уҡытыусыһы һәм директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Артабан муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтендә эшләй: Өфө хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр буйынса идаралығында баш белгес һәм мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары, Башҡортостан президенты хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығында баш белгес һәм мәғлүмәт-аналитика идаралығында баш консультант һәм Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы булып эшләй. БР Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе вазифаһын башҡара.
Һуңғы 10 йылда БР Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
«Башинформ» агентлығы быға тиклем хоҡуҡ идаралығы начальнигы Руслан Исмәғилевтың вазифаһынан ебәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.