Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә башланы19.06.2026

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә башланы

Фото: социаль селтәрҙәр | социаль селтәрҙәр

Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү буйынса документтар Башҡортостандың округ һайлау комиссиялары вәкәләттәре йөкмәтелгән территориаль һайлау комиссияларында ҡабул ителә, тип хәбәр итә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы.

2026 йылдың 17 июненән 11 июленә тиклем үҙен-үҙе күрһәткән кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә. 2026 йылдың 17 июненән 22 июленә ҡәҙәр – сәйәси партияларҙан бер мандатлы һайлау округтары буйынса күрһәтелгән һәм Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының раҫланған исемлектәренә индерелгән кандидаттарҙан.

Кандидатты теркәү өсөн документтарҙы 2026 йылдың 6 июленән 5 авгусына тиклем тапшырырға кәрәк.



Вернуться назад