Район башлығы МХО яугиренә ярҙам итәсәк18.06.2026

Район башлығы МХО яугиренә ярҙам итәсәк

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов «Рубль» позывнойлы МХО яугире менән осрашты. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Хәрби хеҙмәткәр муниципалитет етәксеһенә алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙең көнкүреш шарттары һәм көн дә ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙмә-йөҙ осрашыуы тураһында һөйләне. Яугир тәү сиратта уларға ниндәй ярҙам кәрәклеген әйтте. Атап әйткәндә, «Рубль» ҡаҙан өсөн горелка һатып алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. Уның һүҙҙәренсә, ялан шарттарында көнкүреште яйға һалыу өсөн ошондай ҡорамалдарға ихтыяж ҙур.

Яҡын арала гуманитар ярҙам күрһәтеләсәк, тип ышандырҙы Динис Йосопов яугирҙе.

«Уларҙың сыҙамлығы, ҡыйыулығы һәм рух көсө менән ысын күңелдән һоҡланам», — тип билдәләне Динис Йосопов.

Ул хәрби хеҙмәткәргә ғаиләһе менән яҡшы ял итеүен һәм МХО биләмәһенә юлланыр алдынан көс-ҡеүәт туплауын теләне.



Вернуться назад