Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай
Республика Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында төбәктә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең торошо хаҡында һөйләне. Һорауҙарға яуап алыу һөҙөмтәләре буйынса, респонденттарҙың 92,5 проценты уларҙы ыңғай баһалай.
Тағы ла бер тренд – илһөйәрҙәрҙең берләшеүе. Шуныһы мөһим: 18-29 йәшлектәр төркөмөндә үҙҙәрен патриот тип иҫәпләгән граждандарҙың өлөшө юғарыраҡ.
Сит илдәрҙән мәғлүмәт һөжүме күп булыуға ҡарамаҫтан, республикала тотороҡло милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр һаҡлана, тип билдәләне Марат Мәрҙәнов. Был шул иҫәптән Рәсәйҙең 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы положениеларын уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән баланслы дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһе булып тора.
Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ баһаһы буйынса, Башҡортостанда низағлы хәлдәрҙең эҙемтәләрен кәметеү буйынса һөҙөмтәле саралар тормошҡа ашырыла. Республика тәжрибәһе илдең башҡа төбәктәрендә лә таратыла.
Башҡортостан Башлығы артабан да ошо өлкәлә ведомство-ара килешеп эшләүгә баҫым яһарға кәрәклеген билдәләне.
– Милләт-ара татыулыҡ – сәйәсәттә, айырыуса әлеге еңел булмаған осорҙа бик нескә төшөнсәләрҙең береһе, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк төбәге, шуға күрә хәлде күҙәтеп барыу һәм һәр төрлө янауҙарға ҡаршы тороу буйынса эште дауам итеү мөһим.
Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Совет ҡарамағында ойошторолған эксперт комиссияһының тәҡдимдәрен уҡып ишеттерҙе. Һүҙ республикала Мигранттарҙы яраҡлаштырыу үҙәген, был эште оҙатыу өсөн махсус мәғлүмәт ресурстарын булдырыу, шулай уҡ сит ил граждандары менән эшләгән белгестәр өсөн квалификация күтәреү курстарын ойоштороу хаҡында бара. Республика етәксеһе ошо башланғыстарҙы өйрәнергә ҡушты.