Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы16.06.2026

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Барыһы ла Еңеү өсөн» девизы аҫтында уҙған республика киң мәғлүмәт саралары медиафорумының пленар ултырышында муниципалитет етәкселәренә махсус хәрби операция биләмәһенә барыуҙы тыйыуын әйтте.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бындай ҡарар хәүефһелек менән бәйле. 

«Беренсенән, уларҙың эше былай ҙа күп, — тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров. — Икенсенән, ундағы хәл бик ҡатмарлы. Унда бөгөн хәрби хәбәрселәр ҙә, муниципаль, республика, федераль власть вәкилдәре лә дошман өсөн маҡсат булып тора».

Дошман мәкерле һәм хәүефле, үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул баҫмалар һәм редакциялар етәкселәренән хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлегенә яуаплы ҡарауҙарын һораны.



Вернуться назад