Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды16.06.2026

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты составына етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы депутаты Илшат Мозафаров индерелде. Тейешле ҡарарға республика парламенты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов ҡул ҡуйҙы.

Документтан күренеүенсә, хәҙер комитет составы 11 депутаттан тора.

Даими комитет республика закондары проекттарын әҙерләү һәм алдан ҡарау, улар буйынса һығымталар әҙерләү, закондарҙың үтәлешен контролдә тотоу, парламент тикшереүҙәрендә ҡатнашыу һәм ҡануниәтте бойомға ашырыуҙы анализлау менән шөғөлләнә.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә алтынсы саҡырылыш ҡала советы депутаттарын һайлау буласағы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад