Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы15.06.2026

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Фото: Өфө хакимиәте | матбуғат хеҙмәте

Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше дауам итә. Хоҡуҡ идаралығы начальнигы Руслан Исмәғилев вазифаһын ҡалдырҙы. «Башинформ»ға был мәғлүмәтте мэрияның матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Руслан Илдус улы уҙған йылдың июлендә ошо вазифаға тәғәйенләнде. Ул 1982 йылда Яңауылда тыуған. Ижевскиҙа гуманитар-юридик колледжын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта был Өфө хакимиәте етәкселәре араһында өсөнсө отставка. Бынан алдараҡ хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Агарагим Кагиргаджиев һәм Рөстәм Хәзиев вазифаһынан китте. Шулай уҡ 1 июндән Хәйбулла районының элекке етәксеһе Рөстәм Шәрипов мэр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.



Вернуться назад