Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды11.06.2026

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

11 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында 27 йыл буйына республика парламентына етәкселек иткән Константин Борисович Толкачев иҫтәлегенә «Беҙҙең Константин Борисович» исемле фотокүргәҙмә асылды. Күргәҙмәгә мәрхүмдең коллегалары һәм яҡындары, сәйәсмәндәр, йәмәғәтселәр һәм журналистар йыйылды.

Экспозицияның иғтибар үҙәгендә – республика ваҡиғалары хроникаһы ғына түгел, ә тормош юлы Башҡортостандың яңы тарихы менән айырылғыһыҙ бәйле булған шәхес.

 — Бөгөн беҙҙең өсөн ҡайғылы көн – етәксебеҙ, остазыбыҙ, өлкән иптәшебеҙҙе юғалтыуыбыҙға 40 көн. Уның хөрмәтенә «Беҙҙең Константин Борисович» тип аталған күргәҙмә асыла. Бында Константин Борисовичтың тормош юлын (йәш сағынан, курсант булған, Совет армияһының ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән сағынан башлап 27 йыл Дәүләт Йыйылышы рәйесе вазифаһын башҡарған көнгә тиклем) сағылдырған фотоһүрәттәр тупланған, – тине Дәүләт Йыйылышының фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Айбулат Хажин.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Күргәҙмәлә Константин Толкачевтың емешле эшмәкәрлеген һәм төрлө яҡлы тормошон күрһәткән 49 фотоһүрәт тәҡдим ителгән. Фотоһүрәттәр араһында – билдәле фоторәссамдар Рәйеф Баҙыҡов, Булат Ғәйнетдинов, Андрей Старостиндың эштәре, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы фотобанкынан материалдар. Фотоматериалдар менән фоторәссам Хәлит Сафиндың әүҙем ҡатнашлығында бер төркөм белгестәр эшләгән. Фотоколлекцияны төҙөү өҫтөндә эштә Константин Борисовичтың тол ҡатыны Нина Николаевна ҡатнашҡан, ул Толкачевтар ғаиләһенең шәхси архивынан фотолар тапшырған.

Был ҡайғыға әле һаман күңел ышанмай, тине Нина Николаевна. Ул ойоштороусыларға тормошто сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»


Вернуться назад