Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була11.06.2026

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Фото: Олег Яровиков | Башинформ

Башҡортостан Башлығының «Ватан көсө» форумын үткәреү тураһында указына тейешле үҙгәрештәр индерелде, бығаса ул майҙа үткәрелә ине.

Форумды ойоштороу операторы итеп Республика халыҡ ижады үҙәге билдәләнде.

Бынан тыш, форумдың ойоштороу комитеты составы үҙгәрҙе. Уға Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Илмир Әһлиуллин, Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов инде.

Шулай уҡ беҙ Шишмә районында «Атайсал» зона форумы үтеүе хаҡында яҙғайныҡ.



Вернуться назад