Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр.
Бөгөн, 9 июндә, Өфөлә ҙур байрамдар – Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм милли герой Салауат Юлаев көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен сәләмләүемә шатмын. Һеҙ үҙегеҙҙе илебеҙгә, тыуған республикабыҙға хеҙмәт итеүгә бағышланығыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына айырым сәләмләү һүҙҙәре. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ошо еңел булмаған осорҙа беҙ берҙәмлегебеҙҙе, Ватанға тоғролоғобоҙҙо иҫбатланыҡ. МХО сиктәрендә хәрби бурыстарҙы лайыҡлы хәл итәбеҙ. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә, туғандаш Донбассҡа ярҙам күрһәтәбеҙ.
Беҙ әүҙемселәргә, ирекмәндәргә, ярҙам ҡул һуҙған һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ, улар алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән яугирҙәргә посылка йыялар, маскировка селтәрҙәре үрәләр. Предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт. Һәр кем үҙ урынында Еңеү өсөн барыһын да эшләй.
Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ йорттар һәм юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Төрлө өлкәләрҙә уңыштарыбыҙҙы арттырабыҙ», — тип сәләмләне тантанала ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров.
Уҙған аҙнала республиканың ҙур делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты, тип иҫкә төшөрҙө республика Башлығы. Башҡортостан милли инвестиция рейтингында йәнә өс лидер иҫәбенә инде һәм республиканы илдең иң уңышлы, йылдам үҫешеүсе төбәктәренең береһе тип танынылар.
Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт белдерҙе, бөйөк Рәсәйебеҙгә тыныслыҡ һәм Еңеү теләне.