Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының яңы етәксеһе Константин Климин менән таныштырҙы.
Яңыраҡ уны ошо вазифаға тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйылды.
Константин Климин быйыл апрель айынан министр урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Быға тиклем ул Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләне.